ЕА
Евгений Антонов

Помогите найти несколько стихов о ВОВ на башкирском языке)) ) Заранее спасибо)))

РБ
Рахат Борбугулов

Стихов на башкирском языке про ВОВ нету а перевод платный.

Зикрилло Хасанов
Зикрилло Хасанов

Ҡырҡ беренсе йылдың ҡанлы таңы... (Салауат Әбүзәров)
Иҙрәп йоҡлай ине балалар. (Лариса Абдуллина)
Күк күкрәне ҡапыл... Тик болот юҡ... (Гүзәл Ситдиҡова)
Тертләп ҡуйҙы ауыл-ҡалалар. (Гүзәл Ситдиҡова)

Мәкер дошман ғына таңды көттө. (Минсрур Байбулова)
Йылға булыр микән күҙ йәше? (Айгиз Баймөхәмәтов)
Сикте боҙҙо немец фашистары, (Фәрүәз Сәйфуллин)
Ил башлығы илгә өндәште. (Гүзәл Фазылова)

Селпәрәмә килде йәшлек яҙы, (Гөлдәриә Йосопова)
Ҡайғыларға батты шатлыҡтар... (Фәүзиә Ҡотлогилдина)
Ихлас көлөү ҡапыл туҡтап ҡалды, (Сәриә Йылҡыбаева)
Яуыз фашист баҫып алғас та. (Рәсимә Ишемова)

Бер аҙым да яһай алмаҫ дошман, (Зөһрә Үтәғолова)
Ялҡын бөркөп, ҡотто алһа ла! (Менәүәрә Бохарбаева)
Фатихаһын биргән әсәй-өләсәйҙәр, (Сәриә Йылҡыбаева)
Йөрәктәрҙе шом, ғәм баҫһа ла. (Денис Ғилманов)

Һис сигенмәҫ башҡорт уландары – (Айзилә Ғәбитова)
Ҡурҡыу белмәҫ батыр йөрәктәр! (Рәсимә Денисламова)
Артта – Урал! Артта – ғәзиз Ватан! (Зилә Хоҙайбирҙина)
Ҡалҡан булып баҫты егеттәр! (Рәүфә Айытбаева)

Эйәрләне атын, сапты башҡорт (Айгөл Ғәбитова)
Дошмандарын тар-мар итергә! (Зәйтүнә Усманова)
Тыуған ере, ғәзиз халҡы өсөн (Нәфисә Мәмбәтова)
Гитлер өңөн утта тетергә. (Зилә Хоҙайбирҙина)

Ер менән күк тоташҡайны... Йыһан (Фәнил Бүләков)
Шаулауынан туптар атылды. (ΒВероника ΠПономарева)
Фронтта нәфрәт уты тоҡанды ла, (Лидиә Ҡаҙыева)
Тоғро хеҙмәт баҫты бар тылды. (Рәйлә Ғәлиева)

Ал-ял белмәй эшләнеләр улар – (Рәсимә Денисламова)
Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар. (Нәрисә Уйылданова)
“Барыһы ла Еңеү өсөн! ” тиеп (Әлиә Ғәббәсова)
Бар ғәләмгә оран hалалар. (Айгөл Баязитова)

Ҡәһәрле лә зарлы ул замандар (Гөлсөм Нәбиуллина)
Ҡандай тамды тарих битенә. (Әлфиҙә Ҡансурина)
Шуға күрә батыр уҙамандар (Инзилә Ғәлиева)
Эй, кешеләр, һеҙҙән үтенә: (Зилә Хоҙайбирҙина)

“Һаҡлағыҙсы ғәзиз еребеҙҙе, (Альбина Садиҡова)
Еңеү менән беҙҙе көтөгөҙ! (Миләүшә Бәширова)
Сигенмәбеҙ артҡа, үс алырбыҙ, (Земфира Аҡбутина)
Сыҡҡанда ла аҡтыҡ көсөбөҙ! (Алина Нәбиуллина)

Һеҙ көтөгөҙ беҙҙе алһыу таңда, (Ирина Напольских)
Ҡалһаҡ та беҙ ауып яуҙарҙа! (Гөлсөм Нәбиуллина)
Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа (Рафаэль Сафин)
Ҡайтырбыҙ беҙ йылы яҙҙарҙа. (Рәмзиә Яҡшыбаева)

Бирешмәбеҙ, илде һаҡларбыҙ беҙ, (Әнзирә Ноғоманова)
Дошманды ла тар-мар итербеҙ! (Айгөл Нартдинова)
Тоғро ҡалып ғәзиз еребеҙгә, (Гөлнур Ҡыуатова)
Дошман ояһына етербеҙ!” (Мәҙинә Ғафарова)

“Катюшалар”, ана, ут яуҙыра (Рәйсә Ғәзизова)
Ҡанға тула Иҙел ярҙары... (Тәнзилә Ғибәҙуллина)
Ленинград та ҡалған ҡойондарҙа, (Рәмзиә Урманшина)
Сталинградта йорттар ауҙылар... (Гөлнара Фазылова)

Совет һалдаттары һис һынатмай: (Гөлсөм Нәбиуллина)
Миңлеғәле утҡа ташлана, (Мәҙинә Кәбирова).
Ә Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Тәнзилә Йәноҙаҡова)
Күкрәгенән һарҡып ҡан тама. (Тәнзилә Дауытова)

Яуҙы барып күргән Мөжәүирҙең (Рәшиҙә Яҡшығолова)
Күҙҙәренән йәштәр аҡтылар. (Мәҙинә Ситдиҡова)
Башкавдивизия яугирҙәрен (Марина Пономарева)
Танкыларҙан төҙәп аттылар. (Наилә Саҙриева)

Әсир төштө күпме ир-егеттәр, (Миҙхәт Яҡшыбаев)
Яфа сикте башҡорт аттары. (Марат Түлебай)
Һиҙенгәндәй оло юғалтыуҙы, (Илһам Ғәлимов)
Доға ҡылды ауыл ҡарттары. (Шәүрә Рауилова)

Атайсалдың именлеге – ҡибла. (Тамара Ғәниева)
Доға ҡылды әрнеп Ер-әсә. (Фәнүзә Аллағолова)
Өсмөйөшлө хаттар, бала-саға, (Миләүшә Абзалова)
Ватан өсөн – бары көрәштә. (Венера Сәғитова)

Көтөп алған ул көн тыуҙы майҙа! (Илгиз Әхтәмов)
Йәштәр аша көлә илем дә. (Мәрйәм Дауытова)
Салют бирә Мәскәү бар ғаләмгә, (Илгиз Әхтәмов)
Еңеү яҙы күкрәй еремдә! (Гүзәлиә Ғилметдинова)

Похожие вопросы
Помогите с руским языком! Спасибо заранее!
Помогите пожалуйста!! найти стихи посвящённые историческим зарубежным событиям. Заранее спасибо:)
Помогите найти какой нибудь длинный стих (не про любовь) какой нибудь веселый но очень длинный. Спасибо заранее
Переведите пожалуйста на башкирский язык текст_ спасибо)
Помогите с Русским Языком! Заранее спасибо !!
Помогите с украинским языком. Заранее спасибо!!!
Помогите пожалуйста найти стихи или пословицы про тепло или холод. Заранее спасибо. Заранее спасибо
помогите сочинить маленький стих о русском языке! Заранее спасибо!
Помогите по английскому языку) ) Заранее спасибо)
Помогите по английскому языку) ) Заранее спасибо!