Мин - башҡорт.
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең барса тамырҙарым –
Башҡорт ерендә.
Ғ. Шәкүр.
Тел... Милләт... Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул тыумыштан үлемгә тиклем кешегә бирелә торған ҡорал. “Фил күтәрмәгәнде тел күтәрә” – ти халыҡ. Ысынлап та, тел көсөн үлсәрлек әйбер юҡ. Һәр бер кеше үҙ туған телен белергә тейеш. Милләтте – милләт, халыҡты – халыҡ иткән нәмә – ул туған тел. Әсә теле тиҙ генә сисә һалып ташлай торған кейем түгел. Ул кешенең бөтә тәненә тамыр йәйә. Тик әсә теле генә, туған тел генә баланың һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәтен бөтә көсө менән сағылдыра.
Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы. Шишмәләрҙе тамыры менән күсереп булмағандай, бер телде лә бер ҡасан да башҡа урындан килтереп, яңынан терелтеп булмаясаҡ.
Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Уның шул телендә фекерләү культураһы, зауығы үҫә. Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә.
Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла. Уны семәр биҙәккә оҡшатырға була. Ул, әйтерһең дә, төпһөҙ ҡойо, эсе тулы аҡыл, фәһем.
Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты булып башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеп, уның үткәненә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.
Туған тел аша балалар туған халҡының мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын һеңдерә. Башҡорт халҡы һүҙ сәнғәтенә ҙур әһәмиәт биргән. Ул балаларҙа изгелек, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә ҙур көскә эйә. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе йыр-моңға ғашиҡ балаларҙың йөҙҙәрендә әҙәплелек, нәфислек, яғымлыҡ сағылып тора. Бөйөк рус педагогы Константин Дмитриевич Ушинский: “Тәрбиә, әгәр ул көсһөҙ булырға теләмәһә, халыҡсан булырға тейеш” – тигән. Киләсәк быуынды тәрбиәләрлек беҙҙә бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәт бар. Мәҫәлән, туған тел дәрестәрендә башҡорт халыҡ шағирҙарының хикәйәләрен уҡып, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәнлегенә ышанаһың.
Шағирҙарҙың тормош юлы, үткәне менән китаптан уҡып ҡына түгел, уларҙың яҡты иҫтәлегенә арнап булдырылған йорт-музейҙарын да барып күрергә тырышабыҙ.
2009 йылдың 30 май көнөндә башланғыс синыф уҡыусылары менән райондашыбыҙ, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына барҙыҡ. Был сәйәхәт балаларға бик оҡшаны, уларға ғына түгел хатта үҙебеҙ өсөн дә бик фәһемле булды. Беҙҙең бәхеткә күрә, тап ошо көндө Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа килгән Мәжит Ғафуриҙың бүләре – Мирсәит Хәлит улы музейҙа ине. 11 йәшлек Мирсәит менән бергәләп фотоға төшөштөк. Мәжит Ғафуриҙың шәжәрәһе, йорто менән танышып, музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтеп, халыҡ шағирының илһам шишмәһенә, йәғни, ял паркына юлландыҡ.
Шул сәйәхәттән балалар онотолмаҫ тьәҫораттар алып ҡайтты. Был экскурсия балаларҙы тәрбиәләүҙә йоғонтоло роль уйнаны, уларҙың күңелен тағы ла нурландырҙы, рухи аҙыҡ бирҙе.
Беҙҙең республикабыҙ – күп милләтле республика. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.
Мин үҙемде бәхетле тим. Башҡорт булыуым менән бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен. Үҙен башҡортмон тип һынаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла? Ә үҙҙәре башҡорт булып та, сит-ят ерҙәрҙә ғүмер кисергән кешеләр бәхетлеме һуң? Сит ерҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡортлоғон юғалтмаған, башҡорттоң сифаттарын һаҡлап ҡалған кеше, һис шикһеҙ, башҡорт исеменә лайыҡлы. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә йәшәп тә, үҙен сит милләт кешеһе итеп күрһәтергә теләп, икенсе телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?
https://multiurok.ru/files/essie-n
Домашние задания: Иностранные языки
СРОЧНО, напишите сочинение на башкирском языке на тему « Я Башкир» Ну можео и на татарском языке написать я пойму
Таких умных тут, наверное, нет
Похожие вопросы
- Напишите сочинение по французскому языку (200 слов)
- Нужно написать сочинение на английском языке
- Нужно срочно написать сочинение дом моей мечты 5 класс
- Пожалуйста помогите написать сочинение на английском языке
- ПОМОГИТЕ ПОЖАЛУЙСТА, СРОЧНО!! НАДО НАПИСАТЬ СОЧИНЕНИЕ ПРО СВОЮ КОМНАТУ
- Английский язык написать биографию Срочно пожалуйста
- Напишите сказку/рассказ на тему "Героизм" на татарском языке
- Помогите написать топики по Английскому языку, очень срочно, пажалуйста !
- Сочинение на татарском языке
- Помогите пожалуйста написать сочинение на тему "Belarus is a wondeful country"